Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Сентябрь 2023, 12:00

46 пенсионер Абхазияға юлланасаҡ

"Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм" проектының географияһын киңәйтеү маҡсатында, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса быйыл октябрҙә республикала йәшәүсе өлкән йәштәге кешеләр өсөн Абхазияға экскурсия ойоштороу планлаштырыла. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында төбәк хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте.

46 пенсионер Абхазияға юлланасаҡ46 пенсионер Абхазияға юлланасаҡ
46 пенсионер Абхазияға юлланасаҡ

Танышыу туры 46 кешенән торған төркөм өсөн планлаштырылған.

- Сәйәхәт тамамланғас, уның ҡатнашыусылары менән осрашырбыҙ, сәфәр тураһында фекер алышырбыҙ һәм "Башҡорт-абхаз оҙон ғүмерлелеге" проектын артабан тормошҡа ашырыу тураһында ҡарар ҡабул итербеҙ, - тип белдерҙе Андрей Назаров.

Абхазияла булған биш көн эсендә Башҡортостандан "көмөш" туристар Рица күленә, Сталин дачаһына барасаҡ, Яңы Афондың иҫтәлекле урындары менән танышасаҡ һәм, әлбиттә, Ҡара диңгеҙ буйында ял итәсәк.

- Беҙ, "Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге" программаһындағы кеүек, сәфәрҙең бер өлөшөн финанслайбыҙ. Турҙың дөйөм хаҡына "Өфө-Сочи-Өфө" авиарейсы, 4* ҡунаҡхананың ике урынлы номерында йәшәү, трансфер, экскурсиялар, иртәнге аш һәм страховка инә, - тип яҙа Башҡортостан премьер-министры. - Хәҙер рәсми сайтта махсус бүлек әҙерләнә, унда теләгәндәр ғариза ҡалдыра ала. Абхазияға турҙы бронләү мөмкинлеге тураһында өҫтәмә рәүештә хәбәр итербеҙ.

Фото: https://vk.com/agnazarov?w=wall555400080_8741.

46 пенсионер Абхазияға юлланасаҡ
46 пенсионер Абхазияға юлланасаҡ
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас