Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Сентябрь 2023, 08:27

«Юлдаш» радиоһы тәҡдим итә: «Худсовет»

Тормош үҙгәрә, әммә радио һәр йорттоң тулы бер ағзаһы кеүек ҡабул ителеүҙән туҡтамай. Уның эргәһендә шул тиклем рәхәт, иртән моңландырып уята, көн оҙоно яңылыҡтар еткереп тора, бер һүҙ менән әйткәндә, иң яҡын дуҫың да, серҙәшең дә, кәңәшсең дә ул.


Замана технологиялары хәҙер радионы үҙебеҙ менән юлда ла, ялда ла, эштә лә тыңлау мөмкинлеге бирә. Тыңлаусы менән бәйләнеш булдырыр өсөн телефондарҙа, аҡыллы колонка­ларҙағы «Алиса», «Маруся»ларға: «Юл­даш»ты ҡабыҙ әле»,– тигән бер үтенес етә.  
Юҡҡа ғына республиканың төп милли радиостанцияһын «халыҡсан, моңло радио»  тип атамайҙар. Халыҡ яратҡан йырҙар – эфирҙың ҡаймағы, йөҙөк ҡа­шы, тыңлаусының затлы зауығы. Шуғалыр ҙа тиҫтәләгән тапшырыу теҙ­мәһенән «Ҡәҙерле кешемә» ҡотлауҙар тапшырыуы иң оҙон ғүмерлеһе һәм көтөп алынғаны. Ике телдә сыҡҡан был тапшырыуҙарҙа халыҡ, ретро, заман йырҙары бергә үрелеп бара. Тыуған көндәр, туй тантанаһы, юбилей байрамдары – һәр сараға арналған тәғәйен йырҙарҙың ниндәйе генә юҡ, уларҙың сифаттары ла төрлө. Ә «Юлдаш» тулҡындарында яңғыраған йырҙарҙың мотлаҡ юғары сифатлы булырға тейешлеге тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Был – ҡанун. Кимәлде юғары тотоуҙа нимә ярҙам итә һуң?
Бай тарихлы радиола элек-электән дәрәжәле, мәртәбәле белгестәрҙән тупланған «худсовет»  тигән берләшмә эшләп килә. 
Был изге йола әле лә «Юлдаш»  радиоһының зауыҡ көҙгөһө.
Әгәр ҙә бөгөн беҙ иҫ киткес моңло, һағышлы йәки дәртле, заманса биҙәлешле йәки танһыҡ  ретро йыр­ҙарҙы тыңлап ҡыуанабыҙ икән, тап ошо ғәҙел, мәртәбәле худсоветҡа рәхмәт­лебеҙ. Был ҡорға «юлдаш»тар профессиональ композиторҙар, шағирҙар, йырсыларҙы айына бер тапҡыр йыя.
Талантлы ижадсыларҙан торған баһалама ағзалары радиоға килгән бер генә йырҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай, тыңлай, баһалай.  Етди һөйләшеү, ҡы­ҙыу бәхәс, нигеҙле дәлилдәр, файҙалы кәңәштәр, оҡшаш сағыштырыуҙар ярҙамында уларҙың «иң-иң»дәре генә эфир тулҡынында  «тулы ҡанлы йөҙөү»  хоҡуғына эйә була.
Был йәһәттә белгестәрҙең һәм тыңлаусының фекер уртаҡлығы, бер һулышта булыуы – айырыуса ҡыуаныс­лы күренеш. Тап шул саҡта инде музыкаль донъяла буласаҡ «хит» ижад ителгән тигән һүҙ.
Һуңғы арала бар халыҡты «аһ!» иттерер, күңелдәрҙе бер тулҡында бер­ләштерер йырҙар һирәгәйҙе. Бының сәбәптәре лә барҙыр. Әммә, тарих күрһәтеүенсә, донъя тәгәрмәсе түңә­рәк. Бер булмағанда бер була. Көтә «Юлдаш», халыҡ менән бергә көтә. Ижадсыларға илһам, яңылыҡ көҫәгән күңелдәрҙе ҡанатландырыр йырҙар барлыҡҡа килеүен теләй һәм худсовет ултырыштарына ла үҙ фекере, белеме, әйтер һүҙе булған профессиональ ижадсыларҙы көтөп ҡала.

  Риф АРЫҪЛАН, 
«Юлдаш»  радиоһының музыкаль мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Читайте нас