

Өфөнөң Калинин районы суды енәйәт ҡылыусы иргә хөкөм ҡарары сығарҙы. Был хаҡта БР прокуратураһының мәғлүмәт бүлеге хәбәр итә.
Енәйәт ғинуар айында Федоровка ауылында була. Ир дуҫы менән бергә алкоголле эсемлек эсә, шунан һуң район хакимиәте иҫәбенә яңы йорт алырға өмөтләнеп, йортто яндырырға ҡарар итә. Ул тәҙрә пәрҙәләренә тиҙ яна торған шыйыҡса һибә һәм ут төртә. Уның тормош иптәше, уттан сығып өлгөрмәй, тереләй янып үлә.
Йортҡа ут төртөүсегә ҡарата «Үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше асыла. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен танымай. Суд уны 8 йылға ҡаты режимлы колонияла хөкөм итә.
Фото: Т. Аманов