

Он – 600 г
Ҡоро сүпрә – 1 балғалаҡ
Тоҙ – 1 балғалаҡ
Шәкәр – 60 г
Ҡамыр ҡабартҡыс – 1 балғалаҡ
Һөт – 400 мл
Үҫемлек майы – 50 мл
Ошо аҙыҡ-түлекте бергә ҡушып (һөттө әҙ-әҙләп), ҡамыр баҫырға. Ҡул менән 10 минут баҫырға, ти белгестәр. Һәм 40 минутҡа ултыртып торорға.
100 грамм кунжутты ҡоро табала ҡыҙарғансы (1 – 2 минут) ҡыҙырырға.
Айырым һауытта 1 ҡалаҡ бал менән 6 ҡалаҡ һыуҙы бутарға.
Ҡамырҙы 9 – 10 өлөшкә бүлергә лә, оҙон итеп һуҙып, жгут яһарға һәм бублик формаһында тоташтырырға.
Симиттарҙы 1 балғалаҡ тоҙ һалынған 2 литр ҡайнар һыуҙа 30 секунд самаһы бешереп алырға.
Һуңынан уларҙы баяғы баллы һыуға һәм кунжутҡа манып, табаға йә формаға теҙергә лә 195 градус эҫелектәге духовкала 25 минут бешерергә.
Тәмле булһын!