Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Сентябрь 2023, 07:30

Эшкә урынлашып, әйберҙәрен урлаған

Хужалар уның элек хөкөм ителгәнен белмәгән.

Эшкә урынлашып, әйберҙәрен урлағанЭшкә урынлашып, әйберҙәрен урлаған
Эшкә урынлашып, әйберҙәрен урлаған

Белмәгән кешене нисек йортоңа эш эшләргә индермәк кәрәк?

  Туймазынан 35 йәшлек ҡатын полицияға өйҙән ювелир әйберҙәре һәм ярты миллион аҡсаһы юғалыуы тураһында хәбәр итә.  Бурлыҡта уны йорт йыйыштырыусыһы ғәйепләнә. Был ҡатынды А. ханым интернеттағы иғландар аша тапҡан була.

39 йәшлек хеҙмәтсе ҡатын алтын биҙәүестәрҙе, аҡсаны  урлауын таный. Ул аҡсаны микрофинанс ойошмаһындағы бурыстарын ҡаплауға тотонған була.

 Элек тә хөкөм ителгән ҡатынға уғрылыҡ буйынса енәйәт эше асылған.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас