Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Сентябрь 2023, 15:14

Ҡасан ғына бәшмәк осоро бөтә инде...

Кисә ашығыс хеҙмәттәргә Ғафури районы Түбәнге Ташбүкән ауылында 1956 йылғы ҡатындың юғалыуы тураһында ғариза килә.

Ҡасан ғына бәшмәк осоро бөтә инде...Ҡасан ғына бәшмәк осоро бөтә инде...
Ҡасан ғына бәшмәк осоро бөтә инде...

6 сентябрҙә өйөнән сығып киткән ҡатынды 8 сентябрҙә генә эҙләп табалар.

Эҙләү эштәрендә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары, полиция хеҙмәткәрҙәре, "РОССОЮЗСПАС" Башҡортостан төбәк бүлексәһенең ирекмән-кинологтары, урындағы халыҡ ҡатнаша.

Бер тәүлектә республиканың урмандарында өс оло йәштәге кеше юғалғайны. Ярай ҙа барыһы ла табылған.

Бынан тыш кисә кисен ирекмәндәр Учалы районы Илсеғол ауылы янындағы урмандарҙа юғалған йәш ҡатынды эҙләүҙәрҙә ҡатнаша. Был осраҡта ла, шөкөр, ҡатын имен табылған. 

Хөрмәтле республика халҡы! Урманға юлланғанда мотлаҡ үҙегеҙ менән зарядланған батареялы телефон, шырпы йәки зажигалка, һыу һәм аҙыҡ запасы, йылы кейем, фонарь алып барығыҙ. Яҡындарығыҙға маршрутығыҙ тураһында хәбәр итегеҙ. 

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

 

Ҡасан ғына бәшмәк осоро бөтә инде...
Ҡасан ғына бәшмәк осоро бөтә инде...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас