Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Сентябрь 2023, 07:04

Үсле бәндә юлда осрай күрмәһен

37 йәшлек ир юлда "Nissan X-Trail" машинаһының водителе менән һүҙгә килешә. Һәм таныш булмаған кешегә оҙаҡ ваҡыт үс һаҡлап йөрөп, мәкерле план ҡороп, уның автомобилен яндыра.

Үсле бәндә юлда осрай күрмәһенҮсле бәндә юлда осрай күрмәһен
Үсле бәндә юлда осрай күрмәһен

Танымаһындар өсөн ул кәрәкле урамға төндә велосипедта барып етә, "Nissan X-Trail" автомобиленә бензин һибә һәм ҡаса. Янғын һүндереүселәрҙе йортта йәшәүселәр саҡыра.

Автомобиль тулыһынса янып бөтә, зыян - 600 мең һум. Үс алыусыны эҙләп тотҡандар. Мин машинаны тулыһынса юҡ итергә теләмәнем, киҫәтергә генә уйлағайным, тип ҡылығын аңлата ул.

Фото һәм видео: https://web.telegram.org/a/#-1508868805 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас