Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Сентябрь 2023, 06:10

Өфөлә магнитлы шарҙар йотҡан баланы ҡотҡарғандар

Табиптар  ун магнит шарын йотҡан баланы ҡотҡарған. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.

Өфөлә магнитлы шарҙар йотҡан баланы ҡотҡарғандарӨфөлә магнитлы шарҙар йотҡан баланы ҡотҡарғандар
Өфөлә магнитлы шарҙар йотҡан баланы ҡотҡарғандар

 

Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһына ашҡаҙан ауыртыуына зарланған өс йәшлек баланың ата-әсәһе мөрәжәғәт иткән. Табиптар тиҙ генә рентген үткәрә, шул ваҡытта  баланың эсендә магнит шарҙарын күрә.  Белгестәр һәр береһе 3 мм диаметрлы ун магит түңәрәген сығара.

 

Табиптар әйтеүенсә, магнит шарҙары – үтә хәүефле уйынсыҡ.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас