Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Сентябрь 2023, 12:40

"Вилдан менән әле лә талашабыҙ, ләкин..."

Йырсы Гөлназ Асаева ғаилә проблемаларын һөйләне.

"Вилдан менән әле лә талашабыҙ, ләкин...""Вилдан менән әле лә талашабыҙ, ләкин..."
"Вилдан менән әле лә талашабыҙ, ләкин..."

Уға, социаль селтәрҙәге дуҫтары, ирегеҙ менән йыш талашаһығыҙмы, тигән һорау бирҙе. Бер ваҡыт хатта айырылышыуҙары хаҡында хәбәр иткән пар, хәҙер элеккегә ҡарағанда һирәгерәк асыуланыша икән.
-Талашабыҙ инде, нисек талашмаҫҡа? Әммә хәҙер һирәгерәк, быға хәҙер ваҡыт та юҡ. Баштараҡ бер-беребеҙгә эйәләшеү, көндәлек мәшәҡәттәр арҡаһында тауыш сыға ине. Кәнфит, гөлләмә осоро бер хәл ул, ә инде бергә йәшәй башлағас бөтөнләй башҡа тормош башлана. Вилдан да, мин дә бер аҙ тынысландыҡ. Бер-беребеҙгә юл ҡуйып йәшәйбеҙ, - тигән ул.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас