

Нефтекама ҡалаһы полицияһына 82 йәшлек ҡатын мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Муттар уның ярты миллион һум самаһы аҡсаһын ала: пенсионерға ейәнсәренең юл-транспорт ваҡиғаһына эләккәнен, уға дауаланыуға һәм енәйәт эшен ябыуға аҡса кәрәклеге тураһында хәбәр итәләр; ҡурҡҡан ҡатын шунда уҡ бөтә аҡсаһын йыйып, пакетты курьерға бирә.
Оператив-эҙләү саралары барышында тотолған 18 йәшлек егет законһыҙ эш тапҡанын таный.
Ул курьер эшен интернетта тапҡан. Эш биреүсенең аңлатмаһына ярашлы, егет ришүәт биреүҙә аралашсы сифатында сығыш яһарға тейеш була, аҡсаны күрһәтелгән иҫәптәргә күсерә. Мутлашыу тураһында бер нәмә лә белмәйем, тип раҫлай. Ҡулға алынған мәлдә ғәйепләнеүсе үҙенең эш биреүселәренә аҡсаны ебәрергә өлгөрә. Мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, унда 18 йәшлек егет төп ғәйепләнеүсе.
Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.