Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Сентябрь 2023, 10:32

Кеше телефонына көндәре ҡалған икән...

Төн уртаһында Өфө полицияһына 45 йәшлек ир шылтыратып, ике билдәһеҙ кешенең уның кеҫә телефонын алып ҡасыуы хаҡында хәбәр итә.

Кеше телефонына көндәре ҡалған икән...Кеше телефонына көндәре ҡалған икән...
Кеше телефонына көндәре ҡалған икән...

Аптеканан шылтыратҡан ир енәйәтселәрҙең билдәләрен ентекләп тасуирлай, ориентировкалар бөтә патруль экипаждарына таратыла. ЮХХДИ инспекторҙары енәйәт урынына ике ирҙе тотоп килтерә. Зыян күреүсе үҙенең енәйәтселәрен шунда уҡ таный, мобиль телефоны уларҙа була. Элек хөкөм ителгән 26 һәм 28 йәшлек ирҙәр ҡулға алынған. Әлеге ваҡытта был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған (Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 161-се статьяһы).

Фото: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Кеше телефонына көндәре ҡалған икән...
Кеше телефонына көндәре ҡалған икән...
Кеше телефонына көндәре ҡалған икән...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас