

Айраттың һуңғы хәбәре - урман фонында төшкән фото. Бынан һуң ул элемтәгә сыҡмай. Уны эҙләүҙә был урындарҙы яҡшы белгән ирҙәр - Айраттың элекке синыфташтары ярҙам итә. Улар, Айрат билдәләнгән һуҡмаҡтан түгел, ә ЛЭП аша навигатор буйынса юлға сыҡҡан, тип фаразлай. Был уны уңышһыҙлыҡҡа дусар итә, сөнки ул юлдан хәҙер бер кем дә йөрөмәй, шуға күрә ирҙе тиҙ генә таба алмайҙар. Фотолағы ағасты эҙләп тапҡас ҡына кәүҙәһенә юлығалар. Урынға тәфтишселәр барған. Мәйетте атҡа тейәп алып ҡайтасаҡтар (машина унда инә алмай). Үлгән кешенең тәнендә күренгән тән йәрәхәттәре юҡ.
Был турала Mash Batash телеграм-каналы хәбәр итә.
Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1508868805