Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Сентябрь 2023, 14:08

Өфөнән бер пенсионер һигеҙ миллион һумға яҡын аҡсаны "инвестициялаған"

65 йәшлек ҡатын интернет селтәрендә инвестицияларҙан өҫтәмә табыш алыу тураһындағы иғланды күреп, клиенттарҙың ыңғай баһаларын уҡығас, сайтта ғариза ҡалдыра. Һәм бер нисә минуттан уға компания менеджеры шылтырата. Ул пенсионерҙы инвестиция майҙансығында теркәлергә күндерә. 

Өфөнән бер пенсионер һигеҙ миллион һумға яҡын аҡсаны "инвестициялаған"Өфөнән бер пенсионер һигеҙ миллион һумға яҡын аҡсаны "инвестициялаған"
Өфөнән бер пенсионер һигеҙ миллион һумға яҡын аҡсаны "инвестициялаған"

Башта ҡатын үҙенең банк иҫәбенән 10 мең һум күсерә һәм дивидендтарын көтә. Икенсе көндө пенсионерға "инвестиция компанияһының техник белгесе" мөрәжәғәт итеп, экрандағы демонстрация ярҙамында аралашыу өсөн видеоэлемтә ҡушымтаһын күсереп алырға ҡуша.

"Белгес" ҡатынды сауҙа майҙансығында теркәй, килешеүҙәр төҙөй. Уның банк иҫәбендә тупланмалары юҡлығын белгәс, кредиттар алыуын талап итә. Ҡатын дөйөм суммаһы 1 миллион һумдан ашыу булған дүрт кредит ала һәм үҙенең инвестиция иҫәбенә һала. Әммә "брокерҙар" ҡатынды өҫтәмә аҡса һалырға күндерә һәм 5 миллион һумлыҡ автомобиль өсөн кредит алырға ярҙам итә. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, пенсионер ҡатынға инвестицион иҫәп "туңдырылған" һәм бөтә операциялар туҡтатылған тигән хәбәр килә. "Брокерҙар" уға яңынан кредит алырға кәңәш итә, һәм ул шулай эшләй ҙә. 840 мең һум күләмендәге аҡсаны ла "инвестициялағас",  "инвесторҙарҙан" яуап көтә. Өс ай буйына уның менән бәйләнешкә бер кем дә сыҡмай, ә шәхси кабинетҡа инеү бикләнгән була. Шунан һуң ғына зыян күреүсе полицияға мөрәжәғәт итә. Әлеге ваҡытта мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
 
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
 
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас