Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Сентябрь 2023, 11:12

Өфөлә янғын һүндереүселәр өс кешене, шул иҫәптән бер баланы ҡотҡарған

Бөгөн төндә Өфөнөң Коммуналь урамындағы күп фатирлы йортта янғын сыға. Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәрҙең көстәре һәм саралары килеп етә.

Өфөлә янғын һүндереүселәр өс кешене, шул иҫәптән бер баланы ҡотҡарғанӨфөлә янғын һүндереүселәр өс кешене, шул иҫәптән бер баланы ҡотҡарған
Өфөлә янғын һүндереүселәр өс кешене, шул иҫәптән бер баланы ҡотҡарған

Янғын һүндереүселәр килгәндә подъезда көслө төтөн була. Газ-төтөндән һаҡлау хеҙмәте звеноһы янғындың хәүефле факторҙары йоғонтоһо зонаһынан 3 кешене, шул иҫәптән 1 баланы ҡотҡара. Ике бүлмәле фатирҙың аш бүлмәһендәге ут һүндерелгән. Уны һүндереүгә 11 кеше һәм 3 берәмек техника йәлеп ителгән. Янғын сәбәптәрен һәм ваҡиға шарттарын Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе асыҡларға тейеш.

Фото: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас