Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Сентябрь 2023, 11:29

Уҙған ял көндәрендә республика халҡы муттарға 2,5 миллион һумға яҡын аҡса ебәргән

Республиканың эске эштәр органдарының дежур частарына мутлашыуҙар менән бәйле 20 хәбәр килә. 15 енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Уҙған ял көндәрендә республика халҡы муттарға 2,5 миллион һумға яҡын аҡса ебәргәнУҙған ял көндәрендә республика халҡы муттарға 2,5 миллион һумға яҡын аҡса ебәргән
Уҙған ял көндәрендә республика халҡы муттарға 2,5 миллион һумға яҡын аҡса ебәргән

Өфөлә йәшәгән 63 йәшлек ҡатындың кеҫә телефонына билдәһеҙ ир кеше шылтырата, ул үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштыра. Шылтыратыусы ҡатынды кредит алырға һәм аҡсаны, муттарҙан һаҡлау һылтауы менән, "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә күндерә. Пенсионер ялған "банк хеҙмәткәренә" ышанып, 300 мең һумдан ашыу кредит ала һәм аферистарҙың иҫәбенә күсерә.

Баймаҡтан 54 йәшлек иргә "инвестиция компанияһы менеджеры" шылтырата. Шылтыратыусы иргә отошло инвестициялау шарттарын тәҡдим итә һәм уны һынап ҡарарға күндерә. Тәҡдим менән ҡыҙыҡһынып, ир 270 мең һумдан ашыу кредит ала, уны "үҙенең инвестиция иҫәбенә" һала. Бер нисә көн эсендә аҡсаның арта барыуын күреп, ир аҡсаны алырға ҡарар итә. Әммә ялған "хеҙмәткәр"гә шылтыратҡас, уның номеры блокка ҡуйылған була... Был турала Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы граждандарҙы интернетта таныш булмаған кешеләр менән аралашҡанда уяу булырға саҡыра. Бер ҡасан да банк реквизиттарығыҙҙы күрһәтмәгеҙ, таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Шикле һылтанмаларҙан һәм тикшерелмәгән сайттарҙан һаҡланығыҙ. Банк хеҙмәткәре шылтыратһа, трубканы һалығыҙ. Муттар ялған номерҙар ҡуллана ала. Таныштарығыҙҙан шикле хәбәрҙәр алһағыҙ, улар менән, шәхси номерҙары буйынса шылтыратып, бәйләнешкә сығығыҙ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас