Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Сентябрь 2023, 10:36

Чечен Республикаһы Башлығының Башҡортостандағы вәкиле Казбек Цулаев менән осрашыу

4 сентябрҙә Республика Йортонда төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Чечня Башлығының Башҡортостандағы вәкиле Казбек Цулаев менән осрашты. Көн тәртибендә - Чечен Республикаһы Вәкиллеге менән хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре.

Чечен Республикаһы Башлығының Башҡортостандағы вәкиле Казбек Цулаев менән осрашыуЧечен Республикаһы Башлығының Башҡортостандағы вәкиле Казбек Цулаев менән осрашыу
Чечен Республикаһы Башлығының Башҡортостандағы вәкиле Казбек Цулаев менән осрашыу

- Чечен Республикаһы Башлығы, Рәсәй Геройы Рамзан Әхмәт улы Ҡадировтың иң изге теләктәрен ҡабул итегеҙ. Беҙ Башҡортостандың йылдам үҫешкәнен билдәләйбеҙ, төбәктең ҡаҙаныштарына шатланабыҙ, - тине Казбек Цулаев. - Башҡорт ерендә йәшәгән чечен халҡы вәкилдәре исеменән милләт-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләләренә иғтибар һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙә ярҙам күрһәткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм.

Казбек Цулаев милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә һәм нығытыуға индергән өлөшө өсөн Радий Хәбировҡа Чечен Республикаһы Башлығының рәхмәт ҡағыҙын тапшырҙы.

Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/170070.html

Чечен Республикаһы Башлығының Башҡортостандағы вәкиле Казбек Цулаев менән осрашыу
Чечен Республикаһы Башлығының Башҡортостандағы вәкиле Казбек Цулаев менән осрашыу
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас