

Сараның төп эксперты булып Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сығыш яһаны. Ул йәштәр менән үҙенең карьера үҫеше тарихы менән уртаҡлашты, дәүләт һәм муниципаль идара итеү өлкәһендәге тәжрибәләр һәм проекттар тураһында һөйләне, шулай уҡ Өфө сәнғәт институты һәм училищеһы студенттарының һорауҙарына яуап бирҙе.
Әминә Шафиҡова үҙе етәкләгән министрлыҡтың функциялары, министр вазифаһында үҙенең эшмәкәрлеген планлаштырыу, ҙур проекттар, квалификациялы кадрҙарға мохтаж булған Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәләре тураһында һөйләне. Атап әйткәндә, ведомство етәксеһе республикала музыкаль спектаклдәр режиссерҙарының, шулай уҡ театр белгестәренең, театр тәнҡитселәренең, муниципаль берәмектәрҙә мәҙәниәт өлкәһе белгестәренең етмәүен билдәләне.
Әминә Шафиҡова йәштәрҙең үҙҙәрен тормошҡа ашырыу өсөн, шул иҫәптән дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙә лә, күп мөмкинлектәр барлыҡҡа килеүен билдәләне.
- Мин үҙ эшемде генә башҡарам да шуның менән вәссәләм, тип уйламағыҙ. Һеҙҙең эшегеҙ бик мөһим. Һеҙ бөгөн идеология булдыраһығыҙ. Һеҙ бөгөн беҙҙең ҡиммәттәрҙе һаҡлайһығыҙ. Шуға күрә, һеҙ урындарҙа нисек эшләйһегеҙ, сәнғәт мәктәптәрендә балалар менән нисек эшләйһегеҙ - беҙҙең киләсәгебеҙ, беҙҙең республика ниндәй буласағы ошоларға ла бәйле. Шуға күрә үҙ-үҙегеҙгә бик етди ҡарағыҙ. Бер ҡасан да шикләнмәгеҙ. Һәр ваҡыт кәрәгенән бер аҙ күберәк эшләгеҙ, - тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта: https://culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/566659/
Фото: https://culture.bashkortostan.ru/presscenter