

"Асыҡ сәғәт" ойошторорға, унда эшҡыуарҙарҙың бөтә көнүҙәк һорауҙарына яуап бирергә кәрәк. Һуңынан миңә ошо осрашыуҙар буйынса мәғлүмәт кәрәк буласаҡ. Бөтә был осрашыуҙарҙан һуң мин шулай уҡ бизнес вәкилдәре менән үҙем осрашасаҡмын. Инвесторҙар улар менән эшләүҙе яҡшыртыуҙы һорағас, беҙ инвестициялар буйынса ярҙам программаһын әҙерләгәйнек. Бындай эште эшҡыуарлыҡ берләшмәһе менән дә үткәрергә кәрәк, тип иҫәпләйем, - тине Радий Хәбиров.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.