

БР һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә 28 кешенең ковид менән зарарланыуы асыҡланған. Бөтәһе пандемия башланғандан алып был сир менән 370 282 кеше ауырыған.
Әлеге ваҡытта 34 пациент дауаханала медицина ярҙамы ала, 427 кеше амбулатор рәүештә дауалана. Һуңғы тәүлектә 55 кешенең һауығып, дауахананан сығыуы теркәлгән.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.