

Сөнки енәйәтселәргә үҙенең телефоны менән ситтән идара итеү мөмкинлеген бирә. Ирҙең телефоны менән ситтән тороп идара иткән муттар банк ҡушымтаһы аша уның исеменә кредит ала ла, 920 мең һумдан ашыу аҡсаны ҡайһылыр банкоматтан ҡулға төшөрә. Зыян күреүсенең әйтеүенсә, уның телефоны робот кеүек үҙ аллы эшләй, ғәмәлдәрҙең башҡарылыуына ул бер нисек тә ҡамасаулай алмай...
Күңелһеҙ факт буйынса тәфтиш бүлеге тарафынан енәйәт эше ҡуҙғатылған (банк иҫәбенән урлау). Был турала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенән Гүзәл Дронова хәбәр итә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарҙың иҫенә төшөрә: билдәһеҙ кешеләрҙең үтенесе буйынса смартфондарығыҙға ҡушымталар һәм программалар күсереп алһағыҙ, һеҙ уларға финанс һәм шәхси мәғлүмәттәргә инеү мөмкинлеген бирәһегеҙ. Теләһә ҡайҙан ебәрелгән һылтанмаларға баҫмағыҙ, шәхси кабинет логиндары һәм паролдәрен, шулай уҡ теге йәки был операцияны раҫлаусы смс-хәбәрҙәрҙең кодтарын бирмәгеҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.