Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Сентября 2023, 08:45

Һаҡ булығыҙ, айыуҙар!

Элек тайыштабандар төпкөл ауылдарға ғына килһә, хәҙер ҡала урамдары буйлап та рәхәтләнеп йөрөйҙәр. Айыуҙарҙы Өфөнөң әле бер районында, әле икенсеһендә күреп, ҡала халҡы шаҡ ҡата. Яңыраҡ Шаҡша, Михайловкала йөрөгән видеояҙмалары таралған ине. Әле иһә йыртҡысты Булгаков һәм Шамонин ауылы янында күргәндәр. Шамонинда тайыштабан умарталарҙы туҙҙырған. Был ни ғиллә, кем әйтер?

Добавить в предпочтительные источники Google

Автор:Гөлнара Солтанова