***
Ғүмерҙәрем үтә тип һыҙланһаң, Һыҙланыуға күсә бөтә тән, Һыҙланыуҙар бөтөр,бөтөр уйҙар, Осоп ҡына сыҡһа тәндән йән. Йән бирергә берҙә ашыҡмағыҙ, Ҡартлыҡ түгел ғүмер аҙағы, Ҡулдарыңда тартыр башҡорт яны, Үткер әле уның һаҙағы. Ҡамсыларың юҡ шул, атың тимер, Ҡартлыҡ көндәрендә һыбайға, Бөгөнгө көн йәштәр бил бөккәндәй, Бил бөкмәнек әле беҙ байға. Хеҙмәт иттек гүзәл илебеҙгә, Һис бер нәмә талап итмәнек. Аяҡтарҙа булды гирза итек, Эшһеҙлектән тиҙәк типмәнек. Эш эҙләмәнек беҙ Себер гиҙеп, Тамаҡ туйҙы ауыл эсендә, Хөрмәт булды эшсе ҡулдарына, Иҫтән сыҡмай шуның өсөндә. Илде маҡтап,данлап, йырҙар яҙҙыҡ, Баҫыуҙарҙа барҙы ярыштар, Бәүелгәндәй диңгеҙ тулҡындары, Үҫә ине беҙҙә арыштар. Урмандарҙың булды һаҡсылары, Бер ағасты артыҡ киҫмәнек, Ошо йылдар ,матур хәтирәләр, Ҡасан үткән?һистә һиҙмәнек. Эштән ҡайтып кисен клубтарға Ағылдылар йәше ,ҡарты ла, Наза уйнап ярһып бейер өсөн, Күңелдәрем һаман тартыла. Һағынамын хәҙер шул саҡтарҙа Бергә булған ауыл йәштәрен. Күҙҙәр ҡоро,һиҙҙермәйсә илай, Күкрәгемдә күңел йәштәрем.
Салауат Әминев