Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Сентябрь 2023, 17:30

Баҡсала алмалар бармы әле?

Дәрсенле йәки имбирле ҡаҡ ҡойоп ҡалығыҙ. Ҡышҡылыҡҡа бынамын тигән тәмлекәс буласаҡ ул.  

Баҡсала алмалар бармы әле?Баҡсала алмалар бармы әле?
Баҡсала алмалар бармы әле?

Алманы турап, суйын ҡаҙанға һалырға. 1 стакан һыу ҡойоп, өҫтөн ҡапларға ла, бешерергә ҡуйырға. Алманы 30 минут тирәһе бешерергә.

Әҙер булғас иләк йәки ваҡ тишекле душлаг аша үткәрергә. Алма иҙмәһенә бер аҙ шәкәр, дәрсен йәки имбир онтағы (икеһен бергә ҡушырға ла мөмкин) һалып, бутарға ла, тағы 2 минут тирәһе ҡайнатырға. 

Иҙмәне табаға йәйеп, һүрәнке мейестә, йәки махсус киптергестә киптереп алырға. Ҡаҡты һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас