

Өфө ҡалаһынан бала табыу өсөн Аргентинаға киткән 29 йәшлек ҡатынды балаһы менән бергә үле килеш тапҡандар. Улар ире менән бергә мобилизация башланғас сит илгә сыҡҡан була. Ғаилә пары тәүҙә Грузияла, Төркиәлә йәшәй. Ҡатын ауырға ҡалғас, баланы Аргентинала табырға хәл итәләр.
Әсә кеше дауахананан сыҡҡас Рәсәйгә ҡайтырға хәл итә, әммә ире ҡаршы төшә. Улар уртаҡ фекергә килә алмай, йыш ҡына бәхәскә инә. Сираттағы бәхәстән һуң әсә менән баланы тәҙрәнән ташланған килеш табыла. Ире таба табыуҙан һуң депрессияға бирелеп, ҡатын үҙенә үҙе ҡул һалған, тип әйтә. Урындағы хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ултереү мөмкинлеген дә ҡарай. Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара.