Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Сентябрь 2023, 17:24

Ялған водитель танытмаһы менән йөрөгән

Мишкә районында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ялған водитель таныҡлығын ҡулланыу фактын асыҡлаған.

Ялған водитель танытмаһы менән йөрөгәнЯлған водитель танытмаһы менән йөрөгән
Ялған водитель танытмаһы менән йөрөгән

Мишкә районы буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ инспекторҙары Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы автомобиль юлының 18 саҡрымында документтарҙы тикшереү өсөн Ҡариҙел районынан 35 йәшлек ҡатын идара иткән "Сузуки"ны туҡтата. Таныҡлығын тикшереү барышында полиция хеҙмәткәрҙәре ялған документ билдәләрен таба. Дәүләт автоинспекцияһының мәғлүмәт базаһы хеҙмәткәрҙәрҙең хәүефен раҫлай - был документ 35 йәшлек ирҙеке булып сыға.

Ҡатынға ҡарата бер нисә административ материал төҙөлгән (уның ОСАГО полисы ла юҡ, автомобиль дә тейешле тәртиптә теркәлмәгән).

Ялған документтар буйынса артабан тикшереү өсөн ҡатын урындағы полиция бүлегенә оҙатыла. Машина махсус туҡталҡаға ҡуйылған. Судтың ҡарары буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә. 

Фото: БР ЮХХДИ.

Ялған водитель танытмаһы менән йөрөгән
Ялған водитель танытмаһы менән йөрөгән
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас