

"1 класҡа Волгоград ҡалаһындағы инглиз телен төптән өйрәнгән мәктәпкә барҙым. Бында бик талантлы йәки бай кешеләрҙең балалары ғына уҡый ине. Мин бай ғаиләнән булмаһам да, алдылар, сөнки инглиз телендәге өндәрҙе әйтеүем яҡшы ине. Ысынында, бығаса инглиз телен өйрәнгәнем булманы.
Класта бер бөртөк башҡорт инем, шуға күрәме, әрмән ҡыҙы Гаянэ менән тиҙ дуҫлаштыҡ.
Мәктәптә математика еңел бирелде, ә бына рус теле менән ауырлыҡтар беренсе көндән үк булды. Мәктәпкә тиклем мин тик башҡорт телендә генә һөйләшә һәм уҡый инем", - тип яҙа Ләйсән Үтәшева социаль селтәрендә.
Фото: Т. Аманов