Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Сентябрь 2023, 16:56

Өҫ кейемегеҙҙә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булһын

Кисә 20 сәғәт 52 минут тирәһендә, 38 йәшлек ир "ВАЗ-2112" машинаһында Өфөнөң М. Рыльский урамында 15 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙерә. Бәлиғ булмаған йәйәүлегә медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң ул өйөнә ҡайтарыла. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү башланған.

Өҫ кейемегеҙҙә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булһынӨҫ кейемегеҙҙә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булһын
Өҫ кейемегеҙҙә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булһын

Бындай күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн өҫ кейемегеҙҙә мотлаҡ яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булһын, дуҫтар. Был юл-транспорт ваҡиғалары хәүефен кәметергә мөмкинлек бирә, сөнки яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтарҙы водитель алыҫтан уҡ күрә.

Барығыҙға ла именлек теләйбеҙ!

Фото: БР ЮХХДИ.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас