

Тыуған яҡтарында, ғаиләләрендә ял иткән хәрбиҙәрҙе Өфө ҡалаһында МХО зонаһына оҙатыу сараһы үтте. Унда ир-егеттәрҙең туғандары, дуҫтарынан тыш, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Өфө ҡалаһы хакимиәте урынбаҫары Владимир Жебровский, баш ҡаланың Совет районы хакимиәте башлағы Артур Әлибәков, республиканың хәрби комиссары урынбаҫары Олег Летов ҡатнашты.
- Һеҙгә рәхмәт һәм сикһеҙ хөрмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Бөгөн барлыҡ республика менән һеҙҙе ҡыҫҡа ялдарҙан һуң юлға оҙатабыҙ. Барыбыҙ өсөн дә ысын батырлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө булып тораһығыҙ. Шуна белеген, егеттәр: һеҙ хеҙмәт иткән арала республика туғандарығыҙ, ғаиләгеҙ тураһында хәстәрлек күрәсәк, - тине үҙ сығышында Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов.
Һалдаттар ике аҙналыҡ ялдарын матур һәм файҙалы үткәрергә тырышҡан. Салауат ҡалаһынан йәш егет һөйгән йәре менән ғаилә ҡорорға өлгөргән. Икенсеһе иһә күберәк туғандары менән булырға тырышҡан:
- Башлыса туғандарым менән аралашырға тырыштым: ата-әсәйем, һеңлем янында ваҡыт үткәрҙем. Нефтехимиктар көнө уңайынан ойошторолған байрамды ҡараным, ҡала буйлап йөрөнөм. Яҡындарым менән күрешеүгә шатмын. Әлбиттә, өйҙә оҙағыраҡ булғы килә, әммә беҙҙе дуҫтар көткәнен оноторға ярамай. Яуҙаштар менән аралашып торҙоҡ, уларҙың барыһы ла һәйбәт, - тине ул.
Стәрлетамаҡ яугире иһә сәйәхәт итергә лә өлгөргән: Торатауҙы барып күргән.
Хушлашыу ваҡыты еткәс, һалдаттар автобустарға ултырып юлға сыҡты. Оҙатыусылар күҙ йәштәрен йәшерә алманы. Имен-һау ҡайтығыҙ, ҡаһарман яугирҙәр!