Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Сентябрь 2023, 07:30

Абхазия театры Өфөлә сығыш яһай

Ҡуйыласаҡ ике спектакль дә тамашасылар өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булмаҡсы.  

Абхазия театры Өфөлә сығыш яһайАбхазия театры Өфөлә сығыш яһай
Абхазия театры Өфөлә сығыш яһай

11 һәм 13 сентябрҙә Самсон Чанба исемендәге Абхазия дәүләт театрының беҙҙең республикала гастролдәре үтә. Улар тамашасыларға ике спектакль тәҡдим итә.

Тәүге көн ҡуйылған "Йәйәү" драмаһының авторы - поляк драматургы Славомир Мрожек, режиссеры - Абхазияның халыҡ артисы Валерий Кове. Унда һуғыш тарихы бәйән ителә. Ә 13 сентябрҙә абхаз халҡының билдәле шәхесе - Сариа Лакоба тураһында драма сәхнәгә сыға. Ул билдәле дәүләт эшмәкәре, репрессия ҡорбаны Нестор Лакованың ҡатыны. Иренең үлеменән һуң ҡатынды ла ҡулға алалар һәм яҡын кешеһенә ҡарата донос яҙырға өгөтләйҙәр. Сария ике йыл буйына иренә яла яғыуҙан баш тарта. Төрмә дауаханаһында үлгән 35 йәшлек кенә ҡатындың ғазаплы, әммә ҡаһарман тарихы бәйән ителә "Сария" спектаклендә.

Театр һөйөүсе тамашасы бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫ, моғайын.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас