

Атаһы енләнгән дә киткән. Өлкән башың менән беҙҙең елкәлә ятаһың, бер нимәгә эшкинмәһәң дә, мине өйрәтеп маташаһың, тип ныҡ асыуланып, улының күкрәгенә бысаҡ менән сәнскән. Әсә кешегә "Тиҙ ярҙам" саҡырырға рөхсәт итмәгән әле ул. Ярай ҙа ғаилә дуҫы медиктарҙы саҡыртырға кәрәклеген аңлатып, ирҙе күндерә алған. Егеттең уң яҡ үпкәһе йәрәхәтләнгән.
Ҡыҙыу ҡанлы атайҙы шартлы рәүештә өс йылға хөкөм иткәндәр.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.