

Хөрмәтле балалар! Юл аша үткәндә абай булырға кәрәклеген беләһегеҙ, шулай ҙа был хаҡта тағы бер ҡат иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: машина алдына йүгереп сыҡмағыҙ, ян-яҡҡа ҡарағас, машиналар булмаған осраҡта ғына, юлығыҙҙы дауам итегеҙ.
Янғын сыҡҡанда мотлаҡ өлкәндәргә хәбәр итергә кәрәк.
Ят кешеләрҙән бер ни ҙә алмаҫҡа, улар менән һөйләшмәҫкә. Социаль селтәрҙәге таныш булмаған "дуҫ" менән осрашыуҙан тыйылырға. Ул "дуҫ" тигәндең яуыз уйлы бәндә булыуы ихтимал.
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, балалар! Оҙон һәм уңышлы ғүмер һеҙгә!
Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

