

Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы бөгөн Мостай Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса ҡуйылған спектаклде тапшырҙы. Ҡуйыусы-режиссеры, инсценировка авторы - Илсур Ҡаҙаҡбаев, рәссамы - Сулпан Азаматова, композиторы – Магуля Мезинова, хореографы – Ольга Даукаева, рәссам-яҡтыртыусы - Илшат Сәйәхов. Төп ролдәрҙе йәш артистар Артур Тажитдинов менән Нәфисә Мәжитова уйнай.
Спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Премьера 18 октябргә, 91-се ижад миҙгелен асыу көнөнә тәғәйенләнгән.