Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Август 2023, 17:00

Ике халыҡтың дуҫлығын сағылдырасаҡ концертҡа рәхим итегеҙ

"Мираҫ" һәм "Ойраты" - шәп буласаҡ ул!  

Ике халыҡтың дуҫлығын сағылдырасаҡ концертҡа рәхим итегеҙИке халыҡтың дуҫлығын сағылдырасаҡ концертҡа рәхим итегеҙ
Ике халыҡтың дуҫлығын сағылдырасаҡ концертҡа рәхим итегеҙ

12 сентябрҙә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Өфөләге "Мираҫ" ансамбленең һәм Ҡалмыҡстандың "Ойраты" дәүләт бейеү театрының берлектәге концерты була. Сара киске сәғәт 7-лә башлана.

"Ойраты" бейеү театры - Ҡалмыҡстан Республикаһының визит карточкаһы. Коллектив тамашасыға бейеү сәнғәте аша ҡалмыҡ милли мәҙәниәтен бөтөн бөйөклөгөндә еткереү оҫталығына эйә. Өфөләге тамаша өсөн уникаль программа әҙерләнгән. "Мираҫ" ансамбле донъя халыҡтарының музыкаһын, йырҙарын, бейеүҙәрен тәҡдим итәсәк, ә «Ойраты» бейеү театры тамашасыларға Ҡалмыҡстан мәҙәниәтен, традицияларын күрһәтәсәк.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас