Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Август 2023, 12:30

Иғтибар: эҙләү!

Краснокама районы Иҫке Йәнйегет ауылында 85 йәшлек Сәлимйән Фәрүәзов юғалған. 29 августан бирле уның ҡайҙа булыуы билдәһеҙ. Күп йылдар элек юғалған балалар хаҡында мәғлүмәттәр менән бүлешәбеҙ. Зым-зыя юҡ булған ҡыҙҙарҙы, малайҙарҙы эҙләү дауам итә.

Иғтибар: эҙләү!Иғтибар: эҙләү!
Иғтибар: эҙләү!

Бәләбәй ҡалаһынан 1988 йылғы Артемьева Татьяна Игоревна 2001 йылдың 2 октябрендә "попуткала" ("УАЗ" автомобилендә) Бишбүләк районы Ҡушйылға ауылынан Приют ҡасабаһына юллана. Шунан һуң 13 йәшлек ҡыҙ хәбәрһеҙ юғала...

Өфө ҡалаһының Дим районы Йәрмәкәй урамында йәшәгән 1985 йылғы Кузьмина Динара Владимировна 2002 йылдың өсөнсө июлендә төндә әхирәтен оҙатырға сыға. Һәм кире әйләнеп ҡайтмай...

Стәрлетамаҡтан 1989 йылғы Рәхмәтуллин Руслан Флүр улы 2003 йылдың 15 ноябре иртәһендә өйөнән сығып китә. Шунан бирле уның ҡайҙа булыуы билдәһеҙ...

2003 йылдың 12 феврале иртәһендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 15 йәшлек Абдуллин Дамир Ринат улы юғала...

2013 йылдың 5 июлендә Нефтекама ҡалаһында 1999 йылғы Мусина Альбина Илмир ҡыҙы ла хәбәрһеҙ юғала... 

2008 йылдың 24 сентябрендә киске сәғәт ун тирәләрендә Өфөлә юғалған 1996 йылғы Сәғәҙиев Азамат Шамил улының ҡайҙа булыуы һаманғаса билдәһеҙ (түбәндә А.Ш. Сәғәҙиевтың 20-25 йәштә нисек булыры күҙалланып эшләнгән фотоһүрәте килтерелгән).

Иглин районы Стопинка ауылы янында Сим йылғаһында һыу ингән Мустафабейли Кенан Аяз-оглы һәм Чепков Ярослав Игоревич 2000 йылдың 13 июлендә юғала... 

Зым-зыя юҡ булған ҡыҙҙарҙы, малайҙарҙы эҙләү дауам итә. Уларҙың ҡайҙалығын белеүселәрҙең РФ Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығына ышаныс телефоны аша хәбәр итеүҙәрен һорайбыҙ. Телефон: 8 (347) 251-62-51.

Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта: https://surb.sledcom.ru/attention/Vnimanie-Propal-rebenok-v-drugih-subekta

Фото: БР Тәфтиш комитеты.

 

Иғтибар: эҙләү!
Иғтибар: эҙләү!
Иғтибар: эҙләү!
Иғтибар: эҙләү!
Иғтибар: эҙләү!
Иғтибар: эҙләү!
Иғтибар: эҙләү!
Иғтибар: эҙләү!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас