

3 стакан фасолде төнгөлөккә һыуҙа ебетеп алырға ла, тоҙло һыуҙа өс сәғәт бешерергә. Ул арала 2 кг помиторҙы иттартҡыс аша үткәрергә. 1 кг татлы боросто таҙартып, туҡмаслап турарға. Кемдәр әсе ашарға ярата, 2 әсе борос өҫтәп ебәргә лә мөмкин. 1 кг кишерҙе эре ҡырғыс аша үткәрергә.
1 стакан үҫемлек майын ҡыҙҙырғас, уға тәүҙә кишерҙе һалып, 2 минут тирәһе бешерергә. Артабан помидор, борос һәм фасолде һалып бутарға ла, 30 минут ҡайнатырға. 2,5 ҡалаҡ тоҙ, 300 г шәкәр һәм 70 мл 9 процентлы аш һеркәһе өҫтәп, тағы ла 5 минут утта тоторға.
Салатты йоғошһоҙландырылған банкаларға ҡайнар килеш тултырып, тимер ҡапҡастар менән ябырға.