

Әлегә билдәле булыуынса, киске сәғәт биштәр тирәһендә М-5 "Урал" автомобиль юлының 1516-сы саҡрымында ике йөк машинаһы һәм ике еңел автомобиль бәрелешкән. Аварияла бер кеше һәләк булған. Төрлө йәрәхәттәр алған өс кеше дауаханаға оҙатылған. Фажиғә урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Был участкала транспорт саралары өсөн реверсив хәрәкәт ойошторолған.
Фото: БР ЮХХДИ.