Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Август 2023, 09:00

Бомба шартлағандай бит...

Ишембайҙа фатирҙа газ шартлағандан һуң авария-тергеҙеү эштәре дауам итә. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ҡотҡарыусылары көсө менән конструкцияларҙы нығытыу буйынса эштәр алып барыла. Был ваҡиға контроль аҫтында.

Бомба шартлағандай бит...Бомба шартлағандай бит...
Бомба шартлағандай бит...

Өйҙәре емерелеү сәбәпле урамда тороп ҡалған кешеләр төндө ваҡытлыса йәшәп тороу пунктында үткәргән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышы сиктәрендә уларға ярҙам итеү буйынса мәсьәлә ҡаралған.

Газ менән ҡулланыу ҡағиҙәләрен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:

- Газ ҡорамалдарын файҙаланғанда бинаны елләтергә һәм өҙлөкһөҙ һауа инеүҙе тәьмин итергә! Йәғни, газ ҡорамалдары эшләгән ваҡытта форточка МОТЛАҠ асыҡ торорға тейеш, сөнки газды тоҡандырғас та, һөрөм бүленә башлай;

- газ плитәһенең мейесен ҡулланыр алдынан, уны мотлаҡ асып елләтергә кәрәк;

- газ плитәһен бүлмәне йылытыу өсөн ҡулланмағыҙ;

- газдың уты тигеҙ һәм талғын янырға тейеш. Әгәр ут емелдәп яна башлаһа, ҡапыл һүнһә, шунда уҡ газ крандарын ябып, бүлмәне елләтегеҙ;

- бәләкәй балаларға газ ҡорамалдары менән ҡулланырға рөхсәт итмәгеҙ.

Барығыҙға ла хәүефһеҙ тормош теләйбеҙ!

Фото: Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Бомба шартлағандай бит...
Бомба шартлағандай бит...
Бомба шартлағандай бит...
Бомба шартлағандай бит...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас