Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Августа 2023, 04:30

Бәләбәйҙәр яуҙа һәләк булған биш бала атаһы менән бәхилләшкән

Район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә улар махсус хәрби операция мәлендә ғүмере өҙөлгән ефрейтор Азат Ғүмәров менән мәңгелеккә хушлашҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бәләбәйҙәр яуҙа һәләк булған биш бала атаһы менән бәхилләшкәнБәләбәйҙәр яуҙа һәләк булған биш бала атаһы менән бәхилләшкән
Бәләбәйҙәр яуҙа һәләк булған биш бала атаһы менән бәхилләшкән

Азат Варис улы 1980 йылдың 20 февралендә Бәләбәйҙә тыуған. 43 йәшлек яугирҙең ҡатыны һәм биш балаһы ҡалған. Ул былтырғы сентябрҙән алып ДНР һәм ЛНР биләмәләрендә махсус бурыс үтәгән. Үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ һәм Шайморатов ордендарына лайыҡ булған.

Мәрхүмдең яҡындары һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уларға сабырлыҡ теләйбеҙ.

Автор:Айбулат Ишназаров