

Әнүәр Камил улы Ибраһимов 1965 йылдың 27 ноябрендә Өфөлә тыуа. Фехтование менән "Локомотив" клубында тренеры Рәмил Әйүповта шөғөлләнә башлай. 1988 һәм 1992 йылдарҙа Олимпиадала ҡатнаша. Тәүгеһендә рапиристарҙың команда ярыштарында Олимпия чемпионы титулын яулайҙар.
Рәсәйҙең фехтование буйынса атҡаҙанған тренеры, Рәсәйҙең Почёт һәм Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры Әнеүәр Ибраһимовтың ғаиләһе лә спорт һөйөүселәрҙән булды. Ҡатыны Ольга Величко ике тапҡыр донъя чемпионы, улы Камил да, ҡыҙы Камила ла фехтование менән шөғөлләнә.
Яҡташыбыҙ Троекуровск зыяратында ерләнде.
Бәхил бул, спортсы. Яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.