Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Август 2023, 10:36

"Сәләмәтлек поездары" юлға сыға

Башҡортостанда сентябрҙең беренсе яртыһына «Сәләмәтлек поездары»ның  графигы  билдәле булды.

"Сәләмәтлек поездары" юлға сыға"Сәләмәтлек поездары" юлға сыға
"Сәләмәтлек поездары" юлға сыға

 «Сәләмәт республика – Сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә күсмә медицина пункттары Әлшәй, Дәүләкән, Дыуан, Илеш, Ҡыйғы, Өфө, Федоровка һәм Хәйбулла райондарының  алыҫ ауылдарында эшләйәсәк.

Халыҡҡа күсмә флюорографтар, маммографтар, ФАП-тар, «Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге» модулдәре, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының  һәм республика кардиоүҙәгенең диагностика үҙәктәре үҙ хеҙмәтен тәҡдим итә. Медицина тикшереүе бушлай үткәрелә, ҡабул итеү – сират буйынса. Паспорт менән медицина полисы  ғына кәрәк.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас