Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Августа 2023, 14:01

Әлдә егет ҡыҙҙы хаталы аҙымдан аралаған

Белорет ҡалаһында йәшәгән 93 йәшлек әбейгә ялған "шәфҡәт туташы" шылтыратып, яҡынығыҙ аварияға тарып, дауаханаға эләкте, хәҙер уға түләүле операция талап ителә, тип хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әлдә егет ҡыҙҙы хаталы аҙымдан аралағанӘлдә егет ҡыҙҙы хаталы аҙымдан аралаған
Әлдә егет ҡыҙҙы хаталы аҙымдан аралаған

Ялған хеҙмәткәр, әбейҙең күпме аҡсаһы барлығын белешкәс, "табип" килгәнгә тиклем аҡса әҙерләп ҡуйырға ҡуша. Оло йәштәге ҡатын, туғанының ғүмере өсөн ҡурҡып, күрһәтмәләрҙе үтәргә ашыға. Бер аҙҙан 17 йәшлек ҡыҙ килеп, әҙерләнгән аҡсаны ала.

Ҡыҙҙың һүҙҙәре буйынса, ул интернетта эш эҙләй. Бушлай иғлан сайттарының береһендә курьер вакансияһын табып, ул үҙенең мәғлүмәттәрен ҡалдыра. Икенсе көндө үк пенсионерҙан аҡса алыу буйынса эш килә. Әбейгә ҡыҙ үҙенең танышы менән бергә бара. Билдәләнгән адресҡа килеп еткәс, егет эштең ниҙә икәнен аңлап, ҡыҙҙы артабанғы ғәмәлдәрҙән баш тартырға саҡыра. Егет "эш биреүсе" менән бәйләнешкә лә инергә маташа, әммә уға янауҙар ғына килә. 17 йәшлек ҡыҙ, мутлашыусыларҙың тоҙағына эләккәнен аңлап, полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыра.

Әлеге ваҡытта был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 30-сы статьяһының 3-сө өлөшө, 159-сы статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова