***
Бер саҡ килеп һорар булһа Һинән
Балаң, ейәнсәрең, бүләсәң:
А правда ли деда бында борон
Башҡорт тигән халыҡ йәшәгән???
Урал булған у них Батыр, прикинь!
Шүлгән булған, тиҙәр, родной брат
Теге Каповола пещерала
Йәшәгән ти предки
Это - так? ...
И рождались люди, тогда ещё
Отец у них булған Йәнбирҙе
И Йәнбикә - мама, прикинь всем нам
Семьдесят семь ырыу тыуҙырҙы...
Это же столько деда, представляешь?
Кыпсаҡ, Тамъян, Катай и Танып...
И Тангаур, Гайна и Усарган
И Юрматы, Бурзян, Мин, Табын?...
Был Акмулла у них, седой бабай:
Учись Башҡорт сказал,
Мудрый дед!
Бойся как медведя - не грамотность -
Не к лицу нам народ
Сказал вот!
А Банное раньше почему-то
Называли прямо Яҡты - Күль?
И Уфимка была Ҡара Иҙел
Дёма река была - Күк Иҙел...
А Белая была - Ағиҙелем
Урал река - это же Яйыҡ!
Вот не знали, всё так интересно...
Ходим теперь мы аптыранып...
Шундай һорау бирһә бер саҡ килеп
Балаң, ейәнсәрең, бүләсәң
Ни тип яуап ҡайтарырһың атай,
оло атай, әсәй, өләсәй?...
Китап бөтһә, тәү тарих юғалһа?
Әсә теле бөтһә, бер заман?..
Ни йылғаның һыуын эскәнен дә
Белер сиктә булмаҫ бит балаң?...
Илһөйәрлек тиеп һөрән һалып
Гугл яуаптарын көтәбеҙ
Тәңкә тағып, йырлап, күңел асып
Ҡурай уйнап, бейеп китәбеҙ...
Онотабыҙ ошо бурыстарҙы:
Ил, ер, халыҡ, тарих-бер бөтөн!
Бөгөн төҙәтмәһәк хаталарҙы
Ҡалырбыҙмы, наҙан бер көтөү?..
Исемдәрҙең есемдәре була
Халыҡ ҡушҡан - дәүер һүҙенән
Ә ниңә һуң ошо хазинаны
Юғалтабыҙ тарих
күҙенән?..
Их, бер заман һиңә һорау бирһә
Балаң, ейәнсәрең, бүләсәң...
Ни тип яуап бирер олатайың?
Ни, тип яуап бирер өләсәң?
Мәрйәм Закирйәнова
Добавить в предпочтительные источники Google