

Эҙләү саралары барышында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре күрһәтелгән "Лада Калина" машинаһын Мәсәғүт ауылында таба. Водителде тикшереү һөҙөмтәһендә уның эскәнлеге асыҡланған (0.260 мг/л). Ҡатынға ҡарата РФ Административ-хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.8-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса протокол төҙөлә, шулай уҡ РФ Административ-хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.23-сө статьяһының 3-сө өлөшө буйынса административ хоҡуҡ боҙоу тураһында ҡарар сығарыла.
Хөрмәтле уҡыусылар, БР буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны тураһында иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 8(347)279-32-92. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоусылар тураһында хәбәр итегеҙ. Әйҙәгеҙ, бергәләп юлдарҙы хәүефһеҙ итәйек!
Фото: БР ЮХХДИ.