

Ҡатын 9, 6 һәм 3 йәшлек улдары менән Мысырға аҡса эшләргә киткән ире янына оса.
Урындағы халҡы һөйләүенсә, ғаилә һыу инергә тәғәйенләнмәгән ерҙә һыу инә. Бер мәл ғаилә башлығы һәм өлкән улдары бата башлай. Ирҙе яҡында ғына булған спортсы ҡотҡара, Ә Ирина улын ҡотҡарырға уйлап һыуға ташлана. Ике бәләкәй бала яр буйында ҡала. Әсә кеше, 9 йәшлек малай һәм уларҙы ҡотҡарырға маташҡан урында йәшәүсе кеше бергә батып үлә.
Туғандары мәйеттәрҙе Рәсәйгә алып ҡайтыу һәм ерләү өсөн аҡса йыя. Хушлашыу 26 августа Иҫке Балтаста үтә.
Фото: Т. Аманов