Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Августа 2023, 11:00

Мәктәптәрҙә 30 теш дауалау кабинеты асыласаҡ

Яңы уҡыу йылы башланыу менән мәктәптәрҙә теш дауалау кабинеттары асыласаҡ, тип хәбәр итә Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә.

Мәктәптәрҙә 30 теш дауалау кабинеты  асыласаҡМәктәптәрҙә 30 теш дауалау кабинеты  асыласаҡ
Мәктәптәрҙә 30 теш дауалау кабинеты асыласаҡ

 

– Был эште беҙҙең иң яҡшы тәжрибәләрҙең береһе тип иҫәпләйем. Беҙ балаларға бала саҡтан тештәрен һаҡларға, табиптарҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәтәбеҙ һәм балаларҙы уңайлы шарттарҙа дауалайбыҙ. 

«Ҡанатлан» республика белем биреү программаһының «Сәләмәт йылмайыу» модуле буйынса йыл һайын мәктәптәрҙә яңы стоматология кабинеттарын асабыҙ. 2022 йылда ошондай 12 кабинет барлыҡҡа килде. Яңы уҡыу йылында тағы 30 кабинет үҙ ишектәрен асасаҡ һәм лицензия алыу менән эшләй башлаясаҡ.

   Башҡортостан мәктәптәрендә бөтәһе 214 стоматология кабинеты булһа, шуларҙың 80-е – «Ҡанатлан» проекты буйынса.
 Уларҙа бөтәһе  223 кеше эшләй.   2022/2023  уҡыу йылында улар  130 мең  уҡыусыны   һәм 5 мең уҡытыусыны ҡабул иткән.    

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас