Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Августа 2023, 11:08

Кешене үлтерергә маташҡан

Өфөлә суд 38 йәшлек ирҙе ете йылға иркенән мәхрүм иткән. Хөкөм ҡарары үҙ көсөнә ингәс, уны махсус режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатасаҡтар. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Кешене үлтерергә маташҡанКешене үлтерергә маташҡан
Кешене үлтерергә маташҡан

Тәфтишселәр асыҡлауынса, 13 февралдә төнөн енәйәттә ғәйепләнеүсе ир Баҡалы урамындағы кафе янында 37 йәшлек ир менән низағлашып (бер ҡатынды бүлешә алмайҙар), уның эсенә, ҡулына, аяғына бысаҡ менән сәнсә.

Зыян күреүсенең таныштары ҡанһыраған ирҙе ситкә алып китә һәм "Тиҙ ярҙам" хеҙмәткәрҙәренә тапшыра. Ваҡытында күрһәтелгән медицина ярҙамы арҡаһында зыян күреүсе иҫән ҡала, ләкин һаулығына ауыр зыян килтерелә. Енәйәтсе тиҙҙән йәшәгән урынында тотола. Ул енәйәт ҡылыуҙа өлөшләтә ғәйепле булыуын таный, ирҙе үлтерергә теләмәүен аңлата. Әммә тикшереү барышында асыҡланыуынса, енәйәтсе алдан уҡ бысаҡ алып, ирҙе үлтерергә ниәтләгән.

Быға тиклем ул законһыҙ наркотиктар әйләнеше өсөн хөкөм ителгән булған.

Фото: БР Тәфтиш комитеты.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова