Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Август 2023, 14:59

Өфөлә патруль-пост хеҙмәтенең 100 йыллығына арналған концерт

Патруль-пост хеҙмәтенең юбилейы айҡанлы республиканың Эске эштәр министрлығы "Башҡортостан" дәүләт концерт залында байрам ойошторҙо.

Өфөлә патруль-пост хеҙмәтенең 100 йыллығына арналған концертӨфөлә патруль-пост хеҙмәтенең 100 йыллығына арналған концерт
Өфөлә патруль-пост хеҙмәтенең 100 йыллығына арналған концерт

Сарала Башҡортостан Республикаһының эске эштәр министры полиция генерал-майоры Александр Прядко, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспектор Алексей Касьянов, республика хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов, баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев, республика Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы рәйесе, отставкалағы милиция генерал-лейтенанты Рафаил Диваев һәм БР эске эштәр органдары ветерандарының дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, отставкалағы милиция полковнигы Ришат Йосопов ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһында 28 территориаль эске эштәр органдарында бүлексәләрҙән алып полкка тиклемге патруль-пост хеҙмәте подразделениелары эшләй һәм уларҙың составында мең ярымдан ашыу хеҙмәткәр иҫәпләнә. Шулай уҡ подразделениеларҙа 50-нән ашыу эт һәм 17 ат та бар. 2023 йылдың беренсе ярты йыллығында ғына Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль эске эштәр органдарының патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре 1,5 меңдән ашыу енәйәт, шул иҫәптән 100-ҙән ашыу ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәтте асыҡлаған, 65 меңдән ашыу административ хоҡуҡ боҙоуҙар туҡтатылған. Хеҙмәттәге төрлө ҡаҙаныштары өсөн республиканың эске эштәр министры Александр Прядко, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, БР буйынса Баш федераль инспектор Алексей Касьянов һәм БР Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов полиция хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырҙы. Сараның рәсми өлөшөнән һуң тамашасылар Башҡортостандың сәнғәт оҫталарының һәм министрлыҡтың Мәҙәни үҙәге артистарының байрам концертын ҡараны. Солистар башҡарыуындағы хәрби йырҙар бер ҡунаҡты ла битараф ҡалдырманы. Был турала  Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән Тимур Хәйбуллин хәбәр итә.

Патруль-пост хеҙмәтенең хеҙмәткәрҙәрен беҙ ҙә юбилейҙары айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлап, эштәрендә уңыштар, сәләмәтлек теләйбеҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Өфөлә патруль-пост хеҙмәтенең 100 йыллығына арналған концерт
Өфөлә патруль-пост хеҙмәтенең 100 йыллығына арналған концерт
Өфөлә патруль-пост хеҙмәтенең 100 йыллығына арналған концерт
Өфөлә патруль-пост хеҙмәтенең 100 йыллығына арналған концерт
Өфөлә патруль-пост хеҙмәтенең 100 йыллығына арналған концерт
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас