Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Август 2023, 12:15

Ураҡ нисек бара?

Уртаса уңыш - гектарынан 19,6 центнер.

Ураҡ нисек бара?Ураҡ нисек бара?
Ураҡ нисек бара?

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостанда уңыш йыйыу барышы хаҡында һөйләне.

Уның һүҙҙәренсә, 1 миллион 160 мең гектарҙан ашыу майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сабылған, был пландың 68 процент  тәшкил итә. Тулайым йыйым — 2 миллион 250 мең тонна иген. Гектарынан уртаса уңыш — 19,6 центнер. Ужым культураларын йыйыу тамамланған.

Бынан тыш, 32 район аграрийҙары рапс, гәрсис һәм етен йыя башлаған. Дөйөм алғанда, 40 мең гектар майҙан сабылған, яҡынса 9 процентында һуғылған (35,4 мең гектар), 30 мең тонна майлы орлоҡ һуғып алынған, гектарынан уңыш 8,5 центнер тәшкил иткән. Аграрийҙар тупаҫ һәм һутлы мал аҙығы әҙерләү эшенә тотонған. Бөгөнгә пландың 59 проценты үтәлгән.

Республикала ужым культураларын сәсеү, ерҙе эшкәртеү һәм техниканы шәкәр сөгөлдөрөн йыйыуға әҙерләү дауам итә. Ужым культуралары яҡынса 160 мең гектар майҙанда, йәғни пландың 25 проценттан  ашыуында сәселгән.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас