- Иғтибарығыҙға 1/43 үлсәмендә ГАЗ-52-01 базаһындағы ГСЗА-3704 икмәк ташыу машинаһы моделен тәҡдим итәм. Ваҡыт арауығына килгәндә, бының кеүек техника 1979 йылдан алып йыйылған.
Теманы ентекләп өйрәнгәндә шуныһы мәғлүм булды - икмәк ташыу күп кенә ҡағиҙәләргә, документтарға ярашлы эшләнә. Водителдең мотлаҡ рәүештә санитар кенәгәһе булырға тейеш. Икмәк таҡталары ағастан, көн дә дезинфекция үткәреү мотлаҡ. Был фургонға ла ҡағыла: көн дә йыуып-киптереп, дезинфекциялап, бөжәк-сысҡандарға ҡаршы көрәшәләр, елләтеү, йылытыу системалары ла ҡуйыла. Хәҙер инде икмәк һәм күмәстәр бешергән урындарҙан уҡ шыптырға төрөлгәс, ташыуы анһатайҙы.
Моделде ике аҙна йыйҙым. Ғәҙәттәгесә деталдәрге эшкәрттем, аэрограф аша грунтланым һәм буяным.
Сиратта - махсус контингентты (ҡулға алынғандарҙы, хөкөм ителгәндәрҙе) ташый торған автозак моделе буласаҡ.