

Кисә төндә Күмертау ҡалаһында "Тиҙ ярҙам" машинаһы менән юл фажиғәһе теркәлгән. Авария ҡаланың Совет һәм Карл Маркс урамдарының киҫелешендә булған. "Тиҙ ярҙам" машинаһы "Шкода Кодиак" автомобиле менән бәрелешкәс, ауа. Ә "Шкода" тағы ла "Лада Калина"ға төкөй.
Аварияла табип, фельдшер һәм "Тиҙ ярҙам" шоферы төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Әйтеүҙәренсә, улар ике йәш кеше зыян күргән икенсе юл фажиғәһенә китеп барған булған.